top of page

Насар балалар булмай... (Эссе)

 

                                        Учалы районы Сәфәр урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы

Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы.

 

 

     Мейестә шартлап утын яна. Ошо йылылыҡҡа, бәхеткә уранып мин рәхәтләнеп йоҡлап ятам.  Ара-тирә генә аш бүлмәһенән ҡолағыма изге тауыштар сағылып ҡала. Тимәк, таң атҡан, атай менән әсәй ҡапма-ҡаршы ултырып сөкөрҙәшеп сәй эсә.

-Бөгөн дә мәктәптән кисләтеп кенә ҡайтырмын ул. Дүшәмбе – “политучеба” көнө. Айгөлдө үҙең менән алырһың инде.- Быныһы- әсәйемдең наҙлы тауышы.

-Ярай, борсолма. Малдарҙы ҡарап алғас, ҡыҙым менән ыңғырсаҡтарҙы йүнәтеп ҡайтырмын, - тип яуаплай көр тауыш...

   Атаҡайым минең!  Кисә генә дәртләнеп эшләп йөрөгән уҡытыусыға, һаулығы насарайыу арҡалы, беҙҙе, дүрт ҡыҙын, аяҡҡа баҫтырыу өсөн яңынан яңы “етмеш” төрлө һөнәр үҙләштерергә тура килә. Мин ғаиләлә бәләкәйе булғанға күрә, йүгәндәре өсөн  епте ҡатлап ыуарлағанда ла, затлы тиреләрҙән бесеп бүрек теккәндә лә, йәй көндәре балтаһын еңел һелтәп буралар бурағанда ла – гел уның янында булдым. Ҡыҙыу эш мәлендә лә, алдарына ултыртып арҡамдан дөпөлдәтеп  һөйгәндә лә бәйән иткән тормош тураһындағы фәлсәфәһе мине мәңгелеккә бала саҡ менән бәйләне, изгелеккә табынырға өйрәтте.   Атайым минең яҙмышымда Мостай ағайҙың Оло инәһен хәтерләтә. Ул мине оло бер хәҡиҡәткә күндерҙе: “Кешеләрҙе, тормошто ярат. Хөкөм итмә! Кешене нисек бар, шулай ҡабул ит!”

Мин – уҡытыусы династияһын дауам итеүсе. Шуға ла һөнәр һайлау минең алдымда бер ваҡытта ла торманы. Атай-әсәйем дә, апайымдар ҙа – уҡытыусылар. Шәжәрәмдә педагогтар барлығы егерме тиҫтә! Атайым – биология һәм хеҙмәт, әсәйем-башланғыс класс уҡытыусылары, бер туған Эльмера апайым- балаларға математика серҙәрен асыусы, Эльза апайым- күп йылдар Учалы ҡалаһында директор вазифаһын башҡарып, һуңғы йылдарҙа колледжда уҡытыу һәм тәрбиә эшен алып барыусы. Ике туғандарҙан информатика, башланғыс класс, химия, инглиз телдәре белгестәре сыҡһа, өләсәйем Әһлиуллина Мәрфүғә яҡтан,  һуғыштан һуңғы йылдарҙа Рысай мәктәбен етәкләүсе Әһлиуллин Зәйнулла Заһиҙулла улы, балалары- физика һәм математика уҡытыусылары Альвира Зәйнулла ҡыҙы һәм Абрик Зәйнулла улы ошо һөнәр һағында тоғро хеҙмәт итеүселәр.

   Ошоларҙы иҫәптә тотоп атайым  “Беҙҙең юлды дауам итһәң, сикһеҙ шат булыр инем” – тип ҡабатларға яратты. Һәм  бына  мин – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Балаларға туған тел орлоҡтарын сәсеүсе. Был предметты һайлауым да осраҡлы түгел, башланғыс белемде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы Мөхәмәтйәрова Рәйҙә Хөснитдин ҡыҙы һалһа,  студент йылдарында иле, теле өсөн битараф булмаған, киреһенсә, янып йәшәгән шәхестәр: педагогик фәндәр кандидаттары Сөләймәнова Сәбилә Ғайзулла ҡыҙы, Хажин Вәкил Исмәғил улы, Ҡунафин Ғиниәт Сәйфулла улы, Иҙелбаев Мирас Хәмзи улдары тос өлөшөн индерҙе.  Улар мине  беренсе булып мәктәп тупһаһына баҫтырҙы, үҙҙәренең ҡиммәтле  педагогик тәжрибәһе менән бүлешеп, оло донъяға алып сыҡты. Улар ҙа,  нәҡ атайым кеүек, балаларҙы  һәм эште яратырға өйрәттеләр.

  “Замана башҡа – заң башҡа” тигәндәй, ваҡыт алға тәгәрәгән  һайын,  йәмғиәт тә , кешеләр ҙә, уҡыусылар ҙа үҙгәрә.  Бөгөн тирә-йүндә    экономик шарттар хөкөм һөргәндә , кешелек мөнәсәбәте, изге ҡиммәттәр  бер аҙ төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек.  Донъяны бар булғаны өсөн генә яратыу, һәр кешелә гел яҡшылыҡ ҡына күреү, хатта мөғжизәгә ышаныу тик әкиәттәрҙә генә була, тип әйтеүселәр ҙә аҙ булмаҫ, тик шулай ҙа, илен шашып яратҡан, милләтенә тоғро булған илһөйәрҙәр тәрбиәләү ҙә беҙҙең уҡытыусылар  иңенә һалынған.  24 йыл ваҡыт арауығында төрлө хәлдәр булды. Тик ниндәй генә осраҡта ла мин атайымдың хәҡиҡәтенә иҫемә төшөрәм:  балаларҙы нисек бар, шулай ҡабул итәм! Уларҙы буйһондорорға тырышмайым, һәр уҡыусының, ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, күңеленә алтын асҡыс табырға тырышам.  Улар менән мин ҡайсаҡ әсәй ҙә, нәсихәттәр илтеүсе өләсәй ҙә, серҙәрен аңлаусы әхирәт тә булып китәм.

   Дәрес, инде тиҫтәләрҙе, йөҙҙәрҙе ашҡан дәрес һандары.  Килеп инеүемә мине күҙҙәр ҡаршы ала. Ышанған да, ҡурҡҡан да, ҡай саҡ битараф булған бала ҡарашы.  Ә минең маҡсатым бер: улар күҙҙәрендә  осҡон уйнатыу, йөрәгендә дәрт, теләк ҡабыҙыу!  Һәр бала - айырым бер китап. Ғаиләһендә береһе рәхәтләнеп һөйөү усағында бәүеләлер. Икенсеһе, тамағына ашау етмәгәндән, уйҙарында ашхана сыуалалыр. Өсөнсөһө, (ҡыҙғаныс хәл) төнө буйы йоҡламай, ыҙғыш- талаштан башҡа бер ни ҙә күрмәйҙер; ошо минутта инде  мин  барлыҡ педагогик оҫталығымды төп ҡорал итеп,  һөйөү нурҙарына сорнап үҙ фәнем иленә алып китергә тейеш. Кескәй генә бала йөрәгендә  уҡыуға теләк тыуҙырыу уларҙың барыһын тиң итеп күргәндә генә мөмкиндер.  Тағы ла  алдыма  һорау тыуа: “ Минең предметым уҡыусыларға ни менән мөһим?  Уларға кәрәкме ул?”  Әлбиттә!  Мин бит башҡорт теле һәм әҙәбиәте ғилемен илтеүсе генә түгел, балаларға тормош дәресен биреүсе. Әҙәбиәт - әҙәп, тимәк, әҙәбиәт -  тәрбиә усағы. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел! Башҡорт әҙәбиәте- тик таҙалыҡ илтеүсе, күңелдәрҙе дауалап, тормошҡа өмөт  күҙҙәре менән ҡарарға саҡырыусы.  Мостай әҙәбиәте кемдәрҙе генә үҙенә тартмай, уның әҫәрҙәре яҡшылыҡҡа инанырға, әсәгә (ҡатын-ҡыҙға) табынырға, рух көсөн уятырға өйрәтә. Талха Ғиниәтуллин, Ноғман Мусин, Ғайса Хөсәйенов  әҫәрҙәрен уҡығандан һуң яҙмышыңда осраған күп һорауҙарға яуап табыуы мөмкин. Уҡыуға һүлпән малайҙар “Һеҙҙең дәресегеҙ булған өсөн генә килдем.”- тип әйтеүҙәре хеҙмәтемә ҡуйылған иң ҙур баһа! Улар геройҙар менән бергә ҡыуаналар, ҡай саҡ ҡайғырышалар,  әҫәрҙең аҙағына барып етеү теләге китап уҡыуға илтә! Тимәк – маҡсатҡа ирештем!

Холҡо, йәш арауыҡтары төрлө балаларҙы уҡыуға өндәгәндә, заманса технологияларҙы ҡулланыу ҙа бик отошло. Проблемалы һорау ҡуйыу, проектлау технологияһы, эҙләнеү эше баланы уйланырға мәжбүр итә, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. “Кино йылына сара әҙерләргә кәрәк! Һеҙҙең тәҡдимдәр”-тип мөрәжәғәт итәм туғыҙҙарға. Замана балалары заманса фекерләй: кемдер берәй әҫәр буйынса кино төшөрөргә, театр әҙерләргә, фотоларҙы ялғап музыка аҫтында фильм тыуҙырырға ниәттәре. Бөгөн инде мин түгел, ә уҡыусыларым мине өйрәтә, компьютер серҙәрен асып, программалар эшләп күрһәтәләр. 

“Әйҙәгеҙ, 8 мартҡа әсәйҙәргә арнап кино төшөрәйек!”тигән уй барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен уҡып сыҡҡандан һуң, репортаж алыусылар тәнәфестә барыһын да, бигерәк тә,  бик күренеп бармаған уҡыусыларҙы йәлеп итеп, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап алдылар. Күп хеҙмәт һалып эшләнгән киноны байрам кисәһендә иң ҡәҙерлеләренә бүләк иттеләр.

   Атайым педагогикаһы һәр баланы шәхес итеп күрергә өйрәтте. Шуға ла минең маҡсатым- кескәй  иңдәренә ҡанат ҡуйыу, киләсәктә тормош елдәренә бирешмәҫ, үҙ-үҙенә ышанған көслө шәхес тәрбиәләү. Үҙ телен яҡшы белгән рухлы кеше генә артабан иленә файҙа килтерәсәк. Аҡһаҡалдар ҡалдырған аманатты тотоп башҡорт халҡының киләсәген яҙысаҡ.  Һәр дәрес барышында миңә тиҫтәләгән бала күҙҙәре ҡыҙыҡһынып  баға. Ябай сабыйҙар түгел улар. Улар – илем киләсәге! Предметҡа йүнәлтеү өсөн уларҙы ғына уҡытыу етмәй, мин үҙем дә туҡтауһыҙ ғилем юлында булырға тейешмен, донъя  үҙгәрештәрендә хәбәрҙар, заманса фекер йөрөтөүсе ҡыҙыҡлы шәхес булып ҡалырға тейешмен! Белемемде үҫтереү маҡсаты менән төрлө сараларҙа ҡатнашырға, еңергә, уҡыусыларым алдында абруйымды күтәрергә тырышам. Минеңсә, үҙеңдең эшең лә яуаплы ҡараһаң, уҡыусыларыңа ла талапсан булһаң ғына эшләгән эшеңде яратырға, ҡәнәғәтлек хисе тойорға мөмкин! Боронғо Ҡытайҙың аҡыл эйәһе Конфуций һүҙҙәрен урынлы итеп табам:” Планың бер йыллыҡ  булһа, икмәк үҫтер, мәңгелек булһа – бала тәрбиәлә”

  ...Мейестә шартлап утын яна. Наҙға, бәхеткә уранып йоҡо бүлмәһендә балаларым иҙерәп йоҡлай. Мин тормош иптәшем менән ҡапма-ҡаршы ултырышып сәй эсәбеҙ.

 - Балалырым бәхетле булһын, олатай аманатын тотһон, кешеләрҙе, тормошто яратып йәшәһен!- тип яңы тыуып килгән ҡояшҡа йылмаям!

bottom of page